Эстәлеккә күсергә

Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ноҡат, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 апрель 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (78 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Трудовой Славы I степени орден Трудовой Славы II степени орден Трудовой Славы III степени

Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы (1 ғинуар 1944 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Ғайсар Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин 1944 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Белорет районы Ноҡат ауылында тыуған.

Белеме — урта махсус, 1981 йылда Белорет металлургия техникумын тамамлаған.

1963 йылда Белорет металлургия комбинатында — сым һуҙыусы, 1971 йылдан сым һуҙыу цехының бригадиры булып эшләй.

Ғайсар Аҫылғужин етәкселегендә бригада туғыҙынсы (1971—1975) һәм унынсы (1976—1980) биш йыллыҡтар йылдарында көндәлек норманы 140 процентҡа үтәүгә өлгәшә, ә ун беренсе биш йыллыҡта (1981—1985) уртаса етештереү нормаһы 157 процентҡа еткерелә һәм пландан тыш 100 тонн продукция сығарыла. Бригаданан дүрт сым һуҙыусы шәхси сифат келәймәһе менән эшләй.

1990 йылда мастер итеп тәғәйенләнә, 1999 йылда — Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехының өлкән мастеры. 2004 йылда пенсияға сыға. Белоретта йәшәй.

Планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәгәне, хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн, Ғайсар Бәхтегәрәй Аҫылғужин I дәрәжә (1986), II дәрәжә(1981), III дәрәжә (1975) Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдары менән наградланған.

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.